Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВ Рәсүл Хәсән улы

Просмотров: 296

СӘҒИТОВ Рәсүл Хәсән улы (14.3.1964, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), журналист, яҙыусы, тәржемәсе. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Журналистар союзы (1996), Яҙыусылар союзы (2010) ағзаһы. БДУ‑ны (1990), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған. 1991 й. алып “Башҡортостан” ДТРК хеҙм‑ре: 1998–2000 йй. “Эфир Башкортостана” (“Башҡортостан эфиры”) гәз. баш мөхәррире, 1992 й. окт. башлап радиотапшырыуҙар студияһының өлкән мөхәррире, 1997 й. ТВ студияһының ижт.‑сәйәси программалар ижади берекмәһе етәксеһе, 2000 й. алып радиотапшырыуҙар студияһы комментаторы. 2002 й. башлап “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ында: комментатор, 2010 й. — “Юлдаш” мәғлүмәт‑муз. каналының ижт.‑сәйәси программалары бүлеге етәксеһе. Ил м‑н Н.С.Хрущёв етәкс. иткән осор т‑да күп сериялы “Үткән заман” документаль радиофильмдары (2005) һәм уның “Тарих теҙмәһе” исемле телевизион версияһы (2006), 1975 й. респ. ҡоролоҡ һәм урман янғындары т‑да “Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш” радиофильмы (2006) һ.б. авторы, “Даирә” (2000 й. алып), “Үҙәк мәсьәлә” (2002 й. алып), “Асыҡ студия” (2013 й. алып) ижт.‑сәйәси радиотапшырыуҙар, минирадиоспектаклдәр һ.б. авторы һәм алып барыусыһы. Радиожурналистика т‑да мәҡәләләр серияһы, балалар өсөн “Дөрөҫ һүҙ” китабы (2009), “Донъя йәме” (2010), “Ямғырҙан һуңғы ҡояш” (2011) хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2005).

Әҫәрҙ.: Имен‑аман тороғоҙ: әҙәби‑документаль әҫәр. Өфө, 2013; Алтындан алдын мәсьәлә. Өфө, 2017; Словом красен человек. Уфа, 2017.

Әҙәб.: Абдуллина Л.Х. Телмәр һәм һүҙ //Йөрәк аҡылы. Өфө, 2011.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019