Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯ ҠОРБАНДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

Просмотров: 395

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯ ҠОРБАНДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, репрессияға дусар ителеп, артабан исеме аҡланған граждандарҙың һәм уларҙың туғандарының хоҡуҡтарын, дәрәжәһен һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған БР йәмәғәт берекмәһе. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. апр. ойошторола. Рәсәйҙең законһыҙ сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһына инә. БР‑ҙың Ауырғазы, Баймаҡ, Ейәнсура, Мишкә, Салауат һ.б. р‑ндарында бүлексәләре бар. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: репрессияға дусар ителгәндәрҙе тулыһынса һәм асыҡтан‑асыҡ аҡлау; ассоциация ағзаларына матди, юридик, соц.‑көнкүреш ярҙамы күрһәтеү; сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлеген һаҡлау һәм мәңгеләштереү; закон һәм норматив акттарҙың үтәлешен контролдә тотоу; тоталитар режимдың енәйәттәре т‑да тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеү, законһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшеү. Ассоциация ярҙамы м‑н Өфөлә сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡуйыла (2000); 7 томлыҡ “Башҡортостан Республикаһының сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлеге китабы” (“Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан; 1997–2011), “Тере хәтер” (“Живая память”; 2009) китабы нәшер ителә. Йыл һайын 30 окт. Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә.

С.Х.Төпәев, М.М.Үтәбаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019