Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘКМӘН

Просмотров: 363

СӘКМӘН, башҡорттарҙың оҙон салғыйлы һәм еңле традицион өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура) һәм ҡатын‑ҡыҙ (билле, аҫҡа табан киңәйеп киткән) С. булған. Өйҙә туҡылған аҡ йәки һоро (башлыса ирҙәрҙеке) буҫтауҙан, ҡыҙыл йәки йәшел фабрика буҫтауынан (ҡара: Тула баҫыу) теккәндәр, ҡыш кейә торғандарына төлкө, тейен, көҙән һ.б. йәнлек тиреләре ҡуйғандар. Ирҙәр С. итәген, салғыйын, еңен ҡыҙыл буҫтау, атлас, кизе‑мамыҡ туҡыма йәки уҡа м‑н биҙәгәндәр. Елбәгәй, һирәкләп билбау (ҡара: Ҡәмәр) бәйләп, бишмәт, кәзәкей өҫтөнән кейгәндәр. Ҡатын‑ҡыҙҙыҡын геом. һәм сәскә‑үҫемлек орнаменттары рәүешендәге уҡа, аппликация, сигеү м‑н аралаштырылған төрлө төҫтәге буҫтау (йәшел, күк, ҡыҙыл), мәрүәт пластиналар, төймәләр, йөн суҡтар м‑н матурлағандар. Бишмәт, елән, камзул, күлдәк өҫтөнән елбәгәй кейгәндәр. Байрам (туй) кейеменең бер элементы булған, туй йолалары ваҡытында кәләш С. баш япмаһы итеп файҙаланған. Ҡалым составына ингән. Үҙәк һәм Урта Азия, Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Төньяҡ Кавказ, Волга буйының күп халыҡтарында таралған була.

Әҙәб.: Н и к о н о р о в а Е.Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Л.Д.Хәлисова, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019