Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛЛӘМ ТӘРЖЕМӘН, ғәрәп сауҙагәре, сәйәхәтсе

Просмотров: 613

СӘЛЛӘМ ТӘРЖЕМӘН (Сәлләм әт‑Тәржемән; 9 б.), ғәрәп сауҙагәре, сәйәхәтсе. 842—45 йй. Бағдад хәлифәһе әл‑Васиҡ ҡушыуы б‑са көнсығышҡа Йәджуджа һәм Мәджуджа стенаһына (ғалимдар фекеренсә, Бөйөк Ҡытай стеналары) сәйәхәт ҡыла. Тәүгеләрҙән булып башҡорттарҙың йәшәгән урыны т‑да мәғлүмәт бирә. Сәйәхәт хаҡындағы отчёты һаҡланмаған, ләкин уның т‑да мәғлүмәттәр Ибн Хордадбех, Ибн Руста һ.б. хеҙмәттәрендә бар. Иҙриси хеҙмәтенә ярашлы, сәйәхәтселәр Хазар илен үтеп, “башҡорттар йәшәгән ергә” килеп етә һәм уның буйлап 10 көн бара.

Әҙәб.: Коновалова И.Г. Восточная Европа в сочинении ал‑Идриси. М., 1999.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019