Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҢГЕЛДӘК

Просмотров: 404

СӘҢГЕЛДӘК, б и ш е к, күсермәле йәки аҫылмалы балалар карауаты. С. эшләү өсөн башҡорттар йүкә, муйыл, ҡайын, миләш ағастарын файҙаланған. Тегеү һәм биҙәү материалы итеп ат ҡылын һәм киндер еп ҡулланғандар. Бигерәк тә аҫылмалы ағас С. таралыу алған: тура мөйөшлө ҡыҫанды киндер туҡыма м‑н тарттырғандар йәки йүкә м‑н үреп сыҡҡандар, дүрт яғынан да ҡайыш йәки бау таҡҡандар. Түбә таҡтаһына беркетелгән ырғаҡҡа йәки өрлөк ағасына элеп ҡуйғандар. Туҙ һәм ҡабыҡтан эшләнгән күсермәле С. башлыса Кама буйы, Урал аръяғы һәм Урал буйының ҡайынлы урман зонаһында таралған була. Туҙ С. (оҙонлоғо яҡынса 60 см, тура мөйөш формаһында, йыш ҡына йомро мөйөшлө) ситтәрен, мөйөштәрен бөгөп һәм бергә тегеп, ҙур туҙ киҫәгенән эшләгәндәр. Артлы булһын өсөн бәләкәй генә туҙ теккәндәр, төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәренән арҡыры киҫешкән таҫмалар беркеткәндәр, ҡайһы осраҡта шаршауын тотор өсөн дуға кеүек бөгөлгән тимерсыбыҡ һәм элер өсөн бау таҡҡандар. Йыш ҡына С. аҫтынан бер нисә ҡайыш үткәрер өсөн тишек ҡалдырылған: береһе һыбай йөрөгәндә әсәнең яурыны аша кейҙерелгән, икенселәре баланы бәйләр өсөн файҙаланылған. Төрлө суҡтар, ситтәрен һырҙар, ҡыҙыл һәм йәшел туҡыманан семәрле геом. биҙәктәр м‑н матурлағандар. Шулай уҡ тотҡаһы нәҙек миләш ботағынан эшләнгән кәрзин рәүешендәге ҡабыҡ С. булған. Күҙ тейеүҙән һаҡлар өсөн төрлө һаҡлағыстар — энә, йөҙөк, уҡ башағы, тәңкә, сепрәккә йәки күнгә төрөп тегелгән Ҡөрьән аяттары (ҡара: Бетеү), бурһыҡ, бүре, ҡуян һәм айыу тырнағы, айыу һәм бүре теше, миләш, артыш емеше, ҡабырсаҡ һ.б. — беркеткәндәр.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019