Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛӘБЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ

Просмотров: 397

СИЛӘБЕ МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ АКАДЕМИЯҺЫ (2015 й. алып Силәбе мәҙәниәт институты). Өфө филиалы 1994 й. уҡыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 2002 й. алып Өфө филиалы, 2015 й. ябыла. Китапханаһы булған. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр дәрәжәһе бирелгән. Уҡытыу ситтән тороп уҡыу бүлегендә китапхана‑мәғлүмәт эшмәкәрлеге, китапхана‑мәғлүмәт ресурстары, документтар алып барыу һәм архив алып барыу, документтар алып барыу һәм идаралыҡты документтар м‑н тәьмин итеү, китап эше, художестволы халыҡ мәҙәниәте, художестволы халыҡ ижады, театрлаштырылған тамаша һәм байрамдар режиссураһы, соц.‑мәҙәни эшмәкәрлек һөнәр һәм йүнәлештәре б‑са алып барылған. 900‑ҙән ашыу белгес әҙерләнгән. Сәнғәт институты, Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы, Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Пункт мөдире — Р.Ф.Әмирова (1997 й. алып); дир. — В.Я.Носова (2001 й. алып).

В.Я.Носова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019