Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИТЕК

Просмотров: 536

СИТЕК, башҡорт кейемендә йомшаҡ күндән тегелгән оҙон ҡуныслы традицион аяҡ кейеме. Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. Ирҙәрҙеке — ҡара йә һоро, ҡатын‑ҡыҙҙыҡы төрлө төҫтән (йәшел, һары, ҡыҙыл) булған.__ Ҡатын‑ҡыҙ С. ҡайылған йөйҙәр, күн аппликация м‑н биҙәлгән, йыш ҡына контурлы сигеү м‑н аралаштырылған. Башлыса Ҡазан һәм Ырымбур губерналарында эшләнгәндәр, ш. уҡ Урта Азиянан килтерелгәндәре лә осраған. 19 б. 2‑се ярт. алып Башҡортостанда ҡунысына мозаикалы шау биҙәк төшкән (Ҡазан) һәм дағалы С. таралыу алған. Күберәк оло йәштәгеләр кейгән көндәлек һәм байрам аяҡ кейеме һаналған. Өйҙән сыҡҡанда С. өҫтөнән күн йә резина калуш, ҡата кейгәндәр. Бындай аяҡ кейеме Урта Азияның ҡайһы бер күсмә халыҡтарында һәм Кавказда таралған була.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019