Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЛОВАКИЯ

Просмотров: 341

СЛОВАКИЯ, С л о в а к и я  Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 49 мең км2. Баш ҡалаһы — Братислава. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше (2011): словактар (85,8%), венгрҙар (9,7%) һ.б. Рәсми тел — словак теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар. БР‑ҙың С. м‑н бәйләнештәре РФ һәм С. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы һәм С. Иҡтисад министрлығы араһында сауҙа‑иҡт. һәм фәнни‑техник хеҙмәттәшлек т‑да (1996), БР Хөкүмәте һәм С. Тренчин край идаралығы м‑н үҙ‑ара бәйләнеш һәм хеҙмәттәшлек принциптары т‑да (1997) килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. БР хөкүмәте һәм эшлекле даирәһе вәкилдәренең — С. (2002, 2004, 2006, 2007), С. РФ‑тағы Илселегенең (1998, 2001, 2002), С. Иҡт. министрлығы Дәүләт секретарының (2004) БР‑ға рәсми визиттары булған. Сауҙа‑иҡт. һәм фәнни‑техник хеҙмәттәшлек б‑са Ҡатнаш словак- башҡ. комиссияһы эшләй (1996 й. алып). Братиславала Башҡортостан Республикаһына арналған презентациялар үткән (2006, 2007), “Башҡортостан” бизнес үҙәге асылған (2007). 2012 й. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙа әйләнешендә С. өлөшөнә 0,01% тура килә. БР‑ҙың һәм С. тышҡы сауҙа әйләнеше 1,4 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 3 тапҡыр аҙыраҡ). БР‑ҙың С. экспорты 0,8 млн доллар (2000 й. — 3,9 млн доллар) иҫәпләнә; уның тауар структураһында нефтехимия сәнәғәте һәм яғыулыҡ сәнәғәте, гидромоторҙар (ҡара: Гидравлик двигатель) һәм гидравлик насостар күп. С. быяла һауыттар етештереү өсөн автоматик линия деталдәре, гидравлик двигатель һәм насостар өсөн өлөштәр, металл эшкәртеү инструменттары, үлсәү приборҙары һ.б. продукция импорты 0,6 млн доллар (2000 й. — 0,5 млн доллар) тәшкил итә. Экспортҡа эшләүсе төп пр‑тиелар — Белорет металлургия комбинаты, “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салават”, “Гидромаш”, “Каустик” ААЙ‑лары, “Каучук” ЯАЙ, Өфө нефть эшкәртеү заводы; импортлаусылар — “Автонормаль”, “Гидромаш”, “Искож”, Өфө электролампа заводы Яҡтылыҡ, “Салаватстекло” ААЙ‑лары, “Русджам— Өфө”, “Ойо—Гео Импульс Интернэшнл” ЯСЙ‑лары, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе. “Реконстав” словак фирмаһы “Алексеевка” с‑зы, “Баштрансгаз” ЯСЙ, Башҡорт драма театры, “Нур” театры, “Президент Отель” ҡунаҡханаһы биналарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Граждандар һуғышы йылдарында Чехословак айырым корпусының сығышы Һамар—Златоуст т. юлы буйында урынлашҡан ҡалаларҙа совет власын ҡолатыуға килтерә. 1919 й. Өфөлә ойошторолоп, словактар ҙа ингән сит ил коммунистары секцияһы Бишенсе армияның сәйәси бүлегендә “Красная Европа” гәз. нәшер иткән; “Версаль солохо һәм халыҡ‑ара хәл” митингыһын үткәргән (1919 й. июле). Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Чехословакияла Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә — И.Ф.Йәнекәев (ҡара: Йәнекәевтәр), Д.Б.Мурзин, В.М.Әхмәҙуллин, А.И.Яхина; илде азат итеүҙә Н.М.Бусаргин, З.З.Зарипов, П.И.Сюткин, Ш.Я.Ямалетдинов һ.б. ҡатнашҡан. 60—80‑се йй. Чехословакияға Өфө түбән вольтлы аппаратура һәм синтетик спирт з‑дтары продукцияһы сығарылған; Чехословакиянан БАССР‑ға трамвай, йылға судноһы һәм ер ҡаҙыу снарядтары ҡайтарылған. Белорет металлургия комб‑тының инженер‑технологтары — Чехословакиялағы коллегаларына сым һәм сым әйберҙәр етештереүҙе үҙләштереүҙә; чехословак белгестәре респ. пр‑тиеларынан бер төркөм хеҙм‑рҙәргә бутил спирты етештереүҙе үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Өфөлә а.х. машиналары эшләү (1971), “ЧССР‑ҙа теүәл приборҙар һәм радиотехника” (1975) күргәҙмәләре үткәрелгән. Химия ин‑ты Чехословакия ФА м‑н берлектә юғары молекуляр берләшмәләр өлкәһендә тикшеренеүҙәр уҙғарған. 2006 й. Соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты, ӨДАТУ һәм Словакия технология ун‑ты (Братислава) м‑н хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған. И.Ф.Заянчковскийҙың “Мираҫ һәм вариҫтар” (“Наследство и наследники”; 1976) китабы; “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” ҡобайырҙары ингән “Тылсымлы Аҡбуҙат” (“Волшебный Акбузат”; 1980) исемле йыйынтыҡ словак телендә нәшер ителгән. С. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығыштары була (1979, 1983), Башҡ. опера һәм балет театрында ҡуйылған А.Адандың “Жизель” балетында Словак милли театры солистары Г.Заградникова һәм Ю.Плавник сығыш яһай (1978). Урыҫ драма театрында Я.Соловичтың “Бигерәк ҡыҙыҡлы хәл” (“Совершенно особая ситуация”) комедияһы ҡуйылған (1980). 80‑се йй. башында Чехословакия театрҙары репертуарында М.Кәримдең “Айгөл иле”, “Диктаторға ат бирегеҙ!” пьесалары б‑са ҡуйылған спектаклдәр булған. С. һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә Б.Ф.Домашниковтың (Пьештяны ҡ., 1974), Ә.Ф.Лотфуллиндың (Кошице ҡ., 1977) эштәре ҡуйылған. Домашниковтың “Ҡайынлы иртә”, “Мораван иртәһе”, “Словак скульптураһы” (бөтәһе лә — 1973) Словак халыҡ галереяһының алтын фондына (Братислава) ингән. Шулай уҡ ҡара: Чехия.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019