Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛИТОН, тулҡын

Просмотров: 367

СОЛИТОН, хәрәкәт итеү һәм үҙенә оҡшаш тулҡындар м‑н бәрелешеү ваҡытында үҙенең формаһын һәм тиҙлеген һаҡлаған тура һыҙыҡлы булмаған тотороҡло тулҡын; үҙен массаһы, энергияһы һәм импульсы үҙгәрмәй торған һығылмалы өлөшсә кеүек итеп тота. С. бер‑береһе м‑н йәки икенсе болартыуҙар м‑н тәьҫирләшеү ваҡытында бер ни тиклем фаза күсеүе килеп сыға. С. шыйыҡсаның өҫкө йөҙөндә, плазмала (ионлы һәм магнит‑тауышлы С.), ҡатлаулы шыйыҡсаларҙа (гравитация С.), лазерҙың актив мөхитендә (ҡыҫҡа яҡтылыҡ импульстары), сүсле кабелдәрҙә (оптик импульстар) һ.б. барлыҡҡа килә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. СССР ФА БФ‑ның Физика һәм математика бүлегендә А.Б.Шабат етәкс. С. теорияһын төҙөү һәм үҫтереү б‑са тикшеренеүҙәр башлана; С. — матем. физиканың интегралланыусы тигеҙләмәләр класының махсус сиселеше булыуы, ул үҙенең үҙсәнлектәрен интегралланыусы тигеҙләмәләрҙе һыҙыҡлыларға әйләндереүҙе тәьмин итә торған сикһеҙ күп һандағы симметриялар һәм һаҡланыу закондары йыйылмаһы булыу сәбәпле алыуы асылған; интегралланыусы тигеҙләмәләр теорияһы тулҡындарҙың, ш. иҫ. С., асимптотик ҡылығын һәм төрлө тәьҫирләшеүҙәрен тикшерергә мөмкинлек биргән (В.Е.Захаров, Шабат һ.б.). С. теорияһы һәм уның ҡушымталары б‑са эштәр БДУ‑ла, БДПУ‑ла, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында, ӨДАТУ‑ла һ.б. алып барыла. Симметриялар теорияһы төҙөлә һәм интегралланыусы тигеҙләмәләрҙең төп кластарының тулы классификацияһы бирелә (А.В.Жибер, Р.И.Йәмилев, С.И.Свинолупов, В.В.Соколов, И.Т.Хәбибуллин), Шрёдингерҙың оптик элемтә линияларында тулҡындарҙың таралыуын һүрәтләүсе периодик дисперсиялы һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәһенең махсус локаль сиселештәрен (DM‑солитондарҙың) аналитик тикшереү үткәрелгән (В.Ю.Новокшенов). Составына кислород ингән полимерҙарҙың йоҡа плёнкаларында заряд йөрөткөстәре булып С. оҡшаш ярһытыуҙар торған конформацион күсереүҙәр асылған (А.Н.Лачинов етәкс.). С. теорияһы электр‑актив биополимерҙарҙа, ш. иҫ. ДНК молекулаһында, конформацион күсеүҙәрҙе һүрәтләү өсөн ҡулланылған (О.А.Пономарёв, Е.С.Шиховцева). Магнит материалдарын үҙгәртеп магнитлауҙың С. моделе эшләнгән, тышҡы ҡырҙар тәьҫиренән магнитлы С. генерациялау шарттары билдәләнгән (М.Ә.Шәмсетдинов). Ике фазалағы газ‑шыйыҡлыҡ мөхиттәрендә акустик һәм ультратауыш тулҡындарының һыҙыҡлы булмаған тәьҫирләшеүе теорияһы төҙөлгән, тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡыуыҡлы аҙ диссипатив шыйыҡсаларҙа С. табылған (Д.Б.Хисмәтуллин, И.Ш.Әхәтов).

Әҙәб.: Н о в о к ш е н о в В.Ю. Введение в теорию солитонов. Ижевск, 2002; Феррои антиферромагнитодинамика. Нелинейные колебания, волны и солитоны /М.А. Шамсутдинов [и др.]. Уфа, 2007.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019