СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич
СОЛОМЕЩ Айзик Израйлевич (20.10. 1962, Уржум ҡ.), ботаник, эколог. Биол. ф. д‑ры (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 2002 й. тиклем Биология ин‑тында эшләгән (1994 й. алып лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1997—2001 йй. БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 2002 й. башлап Калифорния ун‑тының (АҠШ) ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре геоботаника һәм тәбиғәтте һаҡлау проблемаларына арналған. С. ҡатнашлығында үҫемлектәр төркөмөнөң синтаксономияһы теорияһы эшләнгән, БР‑ҙың, Израилдең һәм АҠШ‑тың рудераль үҫемлектәре, дымлы болондары һәм урмандарының классификацияһы төҙөлгән, БР‑ҙа бер нисә ҙур объектҡа экологик экспертиза үткәрелгән. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Влажные луга Республики Башкортостан: синтаксономия и вопросы охраны. Уфа, 2002 (авторҙ.); Леса Башкирского государственного природного заповедника: синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2003 (авторҙ.).
Б.М.Миркин
Тәрж. Г.А.Миһранова