Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛОНЧАНКА I

Просмотров: 335

СОЛОНЧАНКА I, 5—6 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Кваркен р‑ны Красный Огородник ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,7 км алыҫлыҡта Һөйөндөк й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. И.М.Батанина тарафынан асыла, 1993 й. А.Д.Таиров өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. Балсыҡ урҙары—“мыйыҡтары” (оҙонлоғо 157 м, 190 м; киңлеге 8—10 м; бейеклеге 0,1—0,3 м) булған 3 ҡурғандан (диам. 6,5—9 м, бейеклеге 0,3—0,5 м) тора, урҙар тирәләй түңәрәк ер майҙандары (диам. 8—12 м) урынлашҡан; урталағы ҡурған ҡулса һымаҡ таш кәртә (диам. яҡынса 12 м) м‑н уратып алынған була. Һәр ҡурған аҫтында аяҡтарын һуҙып ҡабырғаһына һалынған ат ҡәбере табылған. Керамика әүәләп эшләнгән төбө яҫы һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә ҡорал (өс ҡырлы тимер уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, һаҙаҡ ҡалдыҡтары: йөҙ яғынан алтын м‑н ҡапланған, баҫылған биҙәктәр, төртөктәр, гранат һәм быяла киҫәктәре м‑н биҙәлгән бронза пластина), эйәр‑өпсөн (тимер ауыҙлыҡ, эйәр ҡашының алтын биҙәктәре, алтын һәм көмөш фольга м‑н көпләнгән бәләкәй ағас фигуралар, йүгән ҡайышының алтын фольга м‑н көпләнгән бронза биҙәктәре), бронза һәм көмөш тәңкәләр м‑н биҙәлгән аҫмалы ҡайыштар, көмөш ҡаптырмалар, аҡыҡ, аҡ аҡыҡ, гранат киҫәктәре ҡуйылған алтын һәм еҙ биҙәүестәр, айыл‑сигәләр, бронза һауыт табылған. С.I көньяҡ‑көнсығышҡа табан 20 м алыҫлыҡта IV ҡурған (диам. 12—13 м, бейеклеге 0,3 м) урынлашҡан, уның аҫтында катакомба формаһындағы ҡәбер табылған; ерләү камераһында 28 бронза сигә‑сөй табылған. Ҡомартҡы материалдары Силәбе ун‑ты фондында һаҡлана. Әҙәб.: Курган с “усами” Солончанка I: сб. науч. трудов. Челябинск, 1999.

А.Д.Таиров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019