Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы

Просмотров: 638

СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы (9.5.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сибай ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1993), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. алып СССР ФА‑ның Философия ин‑тында, 1992 й. — Маймонид ис. Дәүләт классик акад. (икеһе лә — Мәскәү), 1995—96 йй. “ЯБЛоко — Башҡортостан” йәмәғәт берекмәһенең (Өфө) Сәйәси һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре философия тарихына, дин ғилеменә, этикаға, Рәсәйҙә һәм Урта Азияла ислам дине тарихына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт думаһының 2‑се саҡырылыш депутаты.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019