Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНОВА Линера Байраҡ ҡыҙы

Просмотров: 334

СОЛТАНОВА Линера Байраҡ ҡыҙы (22.11.1960, Свердловск ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2005). Б.З.Солтановтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) ӨПЭЗ‑дә, 1987—91 йй. Двигателдәр эшләү ғилми-тикшеренеү ин‑тының Урал филиалында (Өфө) эшләй. 1994 й. алып БДАУ‑ҙа, 1997 й. — ӨДНТУ‑ла, 2005 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге математика философияһы, фән һәм техника методологияһы, онтология һәм танып белеү теорияһы, когнитивистика проблемаларына арналған. 90‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Неявное знание в развитии математики. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019