Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОНЬКИН Наум Борисович

Просмотров: 406

СОНЬКИН Наум Борисович (19.1. 1950, Өфө), юрист. Юридик ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДУ‑ны (1971), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (Мәскәү, 1982) тамамлаған. 1971 й. алып Мәскәүҙә эшләй: оборона сәнәғәте ҒТИ‑нда, 1976 й. — кабель сәнәғәтенең Бөтә Союз ҒТИ ФПБ‑нда (1978 й. башлап система һәм идара итеү процестарын ойоштороу тармаҡ лаб. мөдире), 1989 й. — “Элкат” берлектәге Рәсәй‑Финляндия пр‑тиеһында (коммерция дир., ген. дир. урынбаҫары), 1991 й. — “Кабикс Консалтинг”та (дир., вице-президент), 1992 й. — Мәскәү өлкә адвокаттар коллегияһында, бер үк ваҡытта Халыҡ‑ара хоҡуҡ һәм иҡт. ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ‑ара һәм корпоратив хоҡуҡ, кеше хоҡуҡтарын халыҡ‑ара яҡлау проблемаларына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Корпорации: теоретические и прикладные проблемы. М., 1999; Адвокат в Европейском суде по правам человека. М., 2004.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019