Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ

Просмотров: 352

СОРЕДИЯЛЫ ФЛАВОПУНКТЕЛИЯ (Flavopunctelia soredica), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы дөрөҫ булмаған розетка һымаҡ йәки билдәһеҙ формалы, үҙәк өлөшөндә ҡыҫылған, сит яҡтары бер аҙ өҫкә күтәрелеп тора, диам. 20 см тиклем етә. Айырсалар киңлеге 15 мм тиклем, тығыҙ урынлашҡан, ҡайһы берҙә бер- береһенең өҫтөнә ятыусы өлөштәре бар, остары түңәрәкләнгән. Талломының өҫкө өлөшө соредиялы һарғылт- йәшел төҫтә, сит яҡтары шымараҡ, үҙәк өлөшө бөрөлгән; аҫҡы өлөшө асыҡ төҫтә (ҡайһы берҙә ҡуйы һоро), тоноҡ, гифтарҙың йыуан ҡара ептәре (ризиндары) бар. Соралдары (соредия тупланмаһы) сит яҡлы, өҙлөкһөҙ йәки өҙөк‑өҙөк ҡаймалы һымаҡ, аҡһыл‑һорғолт һарылы. Апотецияларының (һирәк барлыҡҡа килә) диам. 8—10 мм, ҡыҙғылт ҡуңыр уйынҡы дискыһы бар. Урмандарҙа япраҡлы ағастарҙың олононда (башлыса ҡайындарҙа), Күгәрсен, Мәләүез р‑ндары терр‑яһындағы Ағиҙел й. буйында үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.Е.Журавлёва

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019