Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ-ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 327

СОЦИАЛЬ‑ИҠТИСАДИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, РФА Өфө ФҮ‑гә ҡарай, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр секторы (1953 й. алып Бүлек) булараҡ асыла (1959 й. башлап СССР ФА‑ның Сәнәғәт иҡтисады бүлеге һәм А.х. бүлеге, 1963—67 йй. Өфө иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге), 1987 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге, 1992 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Иҡтисад һәм социология ин‑ты, 1997 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең соц.‑иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: төбәктәге соц.‑иҡт. сәйәсәт; иҡтисадты урынға ярашлы үҫтереү б‑са тикшеренеүҙәрҙең, төбәк финанстарына идара итеүҙең методологик нигеҙҙәре; төбәк иҡтисадын макроиҡтисадҡа ҡарап моделләштереү; төбәк соц. сәйәсәтенең ғилми нигеҙҙәре; төбәктәрҙе глобаль иҡт. һәм сәйәси процестарға интеграциялау һ.б. Институт составына 6 сектор; “Төбәк иҡтисады” ғилми‑белем биреү үҙәге һәм каф., “Эксперименталь иҡтисад” ғилми- тикшеренеү майҙансығы (институт һәм ӨДАТУ базаһында) инә. 43 ғилми хеҙм‑р араһында 6 фән докторы һәм 1 фән кандидаты бар (2010). 3 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. 1997 й. башлап ин‑т ғалимдары тарафынан 200‑гә яҡын респ. закондары, программаларының проекттары, аналитик яҙмалар һ.б. тәҡдим ителгән (“БР‑ҙа бюджет процесы тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһында бюджет‑ара мөнәсәбәттәр тураһында” БР закондары, “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға тиклем социаль‑иҡтисади үҫеш программаһы”, “2020 йылға тиклемге осорға БР‑ҙың энергетик стратегияһы”, “2006 йылға тиклемге осорға БР яғыулыҡ‑энергетика комплексының төп тармаҡтарының үҫеш программаһы”, “Башҡортостан XXI быуат юлында: тәбиғәт, халыҡ, иҡтисад, дәүләт” БР‑ҙың 2005 йылға тиклемге соц.‑иҡт. үҫеш концепцияһы һ.б.). РФА ин‑ттары, АҠШ, Венгрия, Греция, Испания, Италия, Словакия вуздары һәм ғилми үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1997—2008 йй. Соц.- иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑ты Рәсәй дәүләт ғилми фондынан, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондынан, РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан, БР ФА‑нан һ.б. “Төбәк үҫешенең иҡтисади‑математик моделдәре һәм уны комплекслы моделләштереүҙең математик инструментарийы”, “БР иҡтисадының социаль секторын реформалау нигеҙе булараҡ социаль хеҙмәттәрҙең сифатын баһалау моделдәре һәм инструментарийы” һ.б. темаларҙы эшләүгә 22 грант ала. Мөдирҙәре: Х.Я.Тахаев (1951 й. алып), Ғ.З.Хәмиҙуллин (1953 й. алып), В.В.Шихов (1959 й. алып), М.И.Тоҡомбәтов (1971 й. алып); дир.: Х.Н.Ғиззәтуллин (1985 й. алып), Р.В.Фәттәхов (1997 й. алып), Н.И.Климова (2004 й. алып дир. вазифаһын башҡарыусы), Д.Ә.Ғәйнанов (2007 й. алып).

Әҙәб.: Г а р и п о в Ф.Н., Б а й м у р а т о в а Х.Г. Основные этапы экономических исследований //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №1; Ф а т т а х о в Р.В. Институт социально‑экономических исследований УНЦ РАН //Экономическая наука современной России: экспресс-вып. 2002. №1.

Д.Ә.Ғәйнанов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019