Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы

Просмотров: 572

СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5.2.1940, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), тел белгесе, педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1981). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Темәс урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 й. алып Сибай пед. уч‑щеһында уҡыта. 1970 й. башлап Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1983 й. — КПСС‑тың өлкә ком‑тында. 1985 й. башлап БАССР‑ҙың мәғариф министры. 1988 й. алып БДУ‑ла, 1991 й. — БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта, 2001—03 йй. БР Мәғариф министрлығы Респ. уҡыу‑фәнни методик үҙәгенең фәнни‑методик бүлеге начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре урыҫ булмаған башланғыс мәктәптәрҙә урыҫ теле уҡытыу методикаһына, милли балалар баҡсаларында урыҫ телмәрен үҫтереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. уҡ башҡ. телендә шиғыр һәм публицистик очерктар йыйынтығы авторы. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Методика обучения видо‑временным формам русского глагола в I—III классах башкирской школы. М., 1977; Дидактический материал по русскому языку для 1—3 классов национальных школ РСФСР. 2‑е изд. Л., 1983 (авторҙ.).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019