Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф

Просмотров: 501

СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф (ысын исеме Сөнчәләев Шәриф Хәмиҙулла улы; 3.11.1885, Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 9.11.1959, Мәскәү), педагог. Тарих ф. канд. (1935). С.Сөнчәләйҙең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1907) Пермь губ. Һарыш а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) урыҫ‑башҡ. мәктәбе уҡытыусыһы, 1915 й. алып Өфө губерна земствоһының мәктәптән тыш белем биреү б‑са лектор‑инструкторы. 1917 й. башлап Өфө губерна советының элемтә бүлеге мөдире, 1919 й. — Өфө губерна соц. тәрбиә бүлеге мөдире, 1922 й. — БАССР мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары, 1925 й. — Академүҙәк рәйесе, 1927 й. — К.А.Тимирязев ис. Пед. ин‑тында: мөдир, 1929 й. алып директор. 1930 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй (1936— 38 йй. СССР халыҡтары музейы секторы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың этнографияһына, тыуған яҡты өйрәнеүгә, мәктәпкәсә педагогикаға һ.б. арналған. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте идараһы рәйесе. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты.

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. Ш.Х.Сюнчелей (1885— 1959). Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019