Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПЛАЙН

Просмотров: 319

СПЛАЙН м а т е м а т и к а л а, кәкре һыҙыҡ йәки сикләнгән һандағы бер‑береһенә сиктәш һан аралыҡтарында аргументы үҙгәргән функция графигы. Аралыҡтарҙың һәр береһендә һыҙыҡ (функция) билдәле бер класҡа ҡарай (мәҫ., куб С. куб рәүешле параболаларҙың төрлө өлөштәренән тора). Аралыҡтар тоташҡан нөктәләрҙә сығарылмалар п‑сы дәрәжәгә тиклем өҙлөкһөҙ була. Идеаль, интерполяциялы, куб, локаль, моно‑, В‑ һәм L‑C, Эрмит С. һәм башка С. айырыла. С. тәж. мәғлүмәттәрен эшкәрткәндә, матем. теорияла, айырып әйткәндә, ике үҙгәреүсәндең С. компьютер моделдәрен әҙерләү системаларында өҫкө йөҙҙәрҙе биреү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. мәғдән ятҡылыҡтарында (ш. иҫ. Учалы мәғдән р‑нында) геол. тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн төрлө геохимия һәм геоструктура факторҙарының мәғдәндәрҙә элементтар булыуы үҙгәреүсәнлегенә тәьҫирен характерлаған С.‑моделе төҙөлә; С.‑моделдәрҙе анализлау бөрсөклө мәғдәндәрҙә эҙмә‑эҙ пирит, халькопирит, сфалерит һәм галенит ултырыуын билдәләргә мөмкинлек бирә һ.б. БДУ‑ла С. гальваник процестарҙың моделдәрен әҙерләгәндә ҡулланыла (А.М. Болотнов, В.Т.Иванов), С. йөҙө моделе параметрҙарының формулаһы табыла (В.А.Юрьев). БДМУ‑ла С.‑технологиялар ағыулы матдәләрҙең ағыулылыҡ дәрәжәһен прогнозлау өсөн файҙаланыла (Г.Г.Максимов һ.б.). 2006—08 йй. Матем. ин‑тында вариациялы С. тикшерелә; С. табыу мәсьәләһенең дөйөм осраҡта һыҙыҡлы булмауы, ләкин эйәртеүле арауыҡта уға икеләш мәсьәләнең һыҙыҡлы булыуы асыҡлана; Соболев арауыҡтарында күп үлсәмле рәшәткәле С. иҫәпләп сығарыу алгоритмы төҙөлә (М.Д.Рамаҙанов).

В.А.Юрьев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019