СТАСЮКОНИС Альфред Брониславович
СТАСЮКОНИС Альфред Брониславович (27.5.1957, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Таутөмән а.), журналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2004). Журналистар союзы ағзаһы (1984). Ростов ун‑тында уҡыған (1985—88). 1978—95 йй. “Свет Октября” (“Октябрь уты”; ҡара: “Иглинские вести”), “Калининец” (“Калининсы”; Краснодар крайы) гәз., “Экономика и мы” ж. һ.б. хеҙм‑ре. 1990—92 йй. (өҙөклөк м‑н) һәм 1995 й. башлап “Республика Башкортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, махсус хәбәрсе, бүлектәр мөдире; 2009—15 йй. — “Единая Россия — Башкортостан” (“Берҙәм Рәсәй — Башҡортостан”) гәз. бүлек мөдире. Сәйәсәт, аграр темаларға мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2001).
Х е ҙ м.: Срочно в номер! Уфа, 1998; Портреты на фоне войны. Уфа, 2000; Таёжные встречи. Уфа, 2001.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов