СТАТИСТИК МӘҒЛҮМӘТ СИСТЕМАҺЫ ИНСТИТУТЫ.
СТАТИСТИК МӘҒЛҮМӘТ СИСТЕМАҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1965 й. Өфөлә СССР Үҙәк статистика идаралығының Башҡ‑н технологик бүлеге булараҡ асыла, 1971 й. алып СССР Үҙәк статистика идаралығы Бөтә Союз проект‑технология ин‑тының, 1985 й. — Бөтә Союз статистик мәғлүмәт системаһы ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑технология ин‑тының Урал филиалы, 1992 й. — Урал статистик мәғлүмәт системаһы ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑технология ин‑ты. 2006 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — электротехника, тау эше, химия, машиналар эшләү, сәнәғәт төҙөлөшө һ.б. өлкәләрҙә сәнәғәт производствоһы проекттары эшләү. Институт составында 4 бүлек (информатика, ойоштороу техникаһы, элемтә; технологик процестарҙы оптиматизациялау; комплектациялау; төҙөлөш), 2 оҫтахана була. Ғилми хеҙм‑рҙәре араһында 5 фән кандидаты иҫәпләнә (1995). Дир.: В.Х.Лобода (1971 й. алып), Р.М.Нуриев (1980 й. алып), Ф.И.Муллаянов (1992 й. алып).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина