Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ХИМИЯ-ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 345

СТӘРЛЕТАМАҠ ХИМИЯ‑ТЕХНОЛОГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) эргәһендә киске химия‑технология техникумы булараҡ асыла, 1969 й. алып С.х.‑т.т., 2014 й. 60‑сы һөнәрселек лицейы ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумы. Уҡытыу көндөҙгө һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, һыуытҡыс‑компрессор машиналарын һәм ҡоролмаларын монтажлау, техник файҙаланыу, электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, органик булмаған матдәләрҙең химик технологияһы, органик матдәләрҙең химик технологияһы, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. 4 компьютер класы, китапханаһы, 15 лаб., 13 уҡытыу‑производство оҫтаханаһы, 2 тамаша, 2 спорт һәм уҡыу залдары, мәғлүмәт‑хисаплау үҙәге, тиры, музейы, 2 ятағы бар. 13 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында С.С.Асҡаров, Ю.К.Дмитриев, Д.П.Самородов, Г.М.Сидоров. БДУ, ӨДНТУ м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Ғ.А.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019