Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 463

СУҠРАҠЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, 8 б. 2‑се ярт. — 9 б. археологик ҡомартҡыһы. Шишмә р‑ны Суҡраҡлы а. көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. 1973 й. С.М.Васюткин, В.С.Горбунов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡаласыҡ 2 ур м‑н һаҡланған. Керамика муйындары соҡорло биҙәк, ҡыя һыҙыҡтар, тамсы рәүешендәге тар һырҙар м‑н биҙәлгән Ҡараяҡуп мәҙәниәте һауыттары ярсыҡтарынан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һаҡлана.

В.С.Горбунов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019