Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРТАНДЫ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 388

СУРТАНДЫ МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4–3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Суртанды күле торалары (ҡара: Суртанды торалары) исеме б‑са аталған. Башҡортостанда С.м. ҡомартҡы-лары (Ҡарабалыҡты, Мауыҙҙы, Мәсәғүт тораһы һ.б.) Көньяҡ Урал аръяғында, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә тупланған. Торамалар уйһыу күл ярҙарында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Усаҡ, һикеләре булған, стеналары эре таш плиталар м‑н нығытылған йәки ташлы ерҙе өңөп эшләнгән, ҡыйыҡтары бүрәнә түшәлмә м‑н ябылған ер өйҙәр һәм ярым ер өйҙәр (һәр береһе 30—50 м2 майҙанлы 6—8 ҡаралты) торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Ярым түңәрәк булып ултырған торлаҡтар алдында таш түшәлгән майҙан (мал һарайы, тип фараз ителә) булған. Керамика ауыҙҙары бер аҙ бөгөлгән, тешле штамп баҫып төшөрөлгән геом. фигуралар м‑н биҙәлгән, йомортҡа формаһындағы түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡылары табылмаған. Саҡматаш һәм йәшмә әйберҙәр (уҡ башағы, бысаҡ, ҡырғыс, сүкеш, иген төйгөстәр), баҡыр ҡоралдар табылған. С.м. халҡы неолит осороноң урындағы ҡәбиләләре нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағында Йүрүҙән, Өршәк, Әй йй. үҙәндәрендә таралып ултырғандар. Һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. С.м. ҡәбиләләре көнсығышта – Алакүл мәҙәниәте, көнбайышта Абаш мәҙәниәте халҡы формалашыу компоненттарының береһе була. С.м. өйрәнеүселәр: О.Н.Бадер, Л.Я.Крижевская, Г.Н.Матюшин, К.В.Сальников һ.б.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019