Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СҮПРӘБӘШМӘГЕ

Просмотров: 380

СҮПРӘ БӘШМӘГЕ, аскомицеттар, базидиомицеттар һәм дейтеромицеттар класына ҡараған, типик мицелийы булмаған бер күҙәнәкле бәшмәктәрҙең йыйылма төркөмө. Яҡынса 500 төрө билдәле. Күҙәнәктәренең ҙурлығы 1‑ҙән алып 10 мкм тиклем (йышыраҡ 3—7 мкм), оҙонсаларыныҡы – 20 мкм тиклем һәм артығыраҡ. С.б. күҙәнәктәре төрлө формала (йомро, овал, уҡ, цилиндр, груша формаһында, күп мөйөшлө, ураҡ рәүешле һ.б.) була, ныҡлы ҡалын, күп ҡатлы тышсалы, йыш ҡына лайлалы капсула м‑н ҡапланған. Тығыҙ туҡлыҡлы мөхиттәрҙә С.б. колониялар рәүешендә үҫә, шыйыҡтарҙа – ҡуйырыҡ, ултырмалар һәм плёнкалар барлыҡҡа килтерә. Колониялары шыма, ҡуйы, тығыҙ, һирәгерәк лайлалы; төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем (ҡайһы берҙә ҡара), ҡайһы бер С.б. асыҡ йәшел, һары, ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл төҫтº. Бөрөләнеү (әгәр бала күҙәнәктәр инә күҙәнәктән айырылмаһа, псевдомицелий барлыҡҡа килә), ҡайһы берҙәре бүленеү юлы м‑н үрсей. Күп С.б. муҡсалар (аскылар) барлыҡҡа килтереүсе енси процесс билдәле. Сапротрофтар. Күпселек төрҙәре шәкәрҙәргә бай субстраттарҙа үҫә. Тәбиғәттә С.б. емештәрҙең өҫтөндә, сәскәләр татында, ағастарҙан аҡҡан һутта һ.б., ҡайһы берәүҙәре (мәҫ., липомицеттар) тупраҡта йәшәй. Икмәк бешереүҙә, шарап яһауҙа, һыра ҡайнатыуҙа, спирт, әсе һөт аҙыҡтары, глицерин етештереүҙә, сәнәғәт күләмендә Д2 витамины, липидтар, нуклеин кислоталары, ферменттар һ.б. алыу өсөн киң ҡулланыла. Составында юғары сифатлы аҡһым, углеводтар, төрлө витаминдар (бигерәк тә В төркөмө) булған С.б. медицинала ҡулланыла. С.б. биомассаһы һәм сүпрә экстракттары мал аҙығы, аҙыҡ өҫтәмәләре итеп файҙаланыла. Генетикала, радиобиологияла, цитологияла процестар һәм күренештәрҙе өйрәнгәндә моделдәр сифатында киң ҡулланыла. Аҙыҡ‑түлектә үҫешеп, С.б., ағыулы матдәләр булдырмайынса, уларҙың тәмен һәм тышҡы күренешен үҙгәртә.

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019