Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СХЕНУС

Просмотров: 339

 СХЕНУС (Schoenus), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тутыҡ С. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы кәҫлек барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы күп һанлы, цилиндр формаһында тиерлек, бейеклеге 10–30 см, төбөндә пурпур‑көрән төҫтәге тәңкә һымаҡ еңсәләре бар, шуларҙың өҫкөләре ҡыҫҡа беҙ кеүек пластинкаларҙан тора. Сәскәлеге – башлы шәлкемгә йыйылған 2–3 сәскәле ланцет формаһындағы ҡуйы көрән башаҡ. Июнь–июлдә сәскә ата. Емеше – һорғолт аҡ төҫтәге ялтыр ваҡ сәтләүек, авг.–сент. өлгөрә. Респ. төньяҡ‑көнсығышында һаҙлы болондарҙа, уйһыу һаҙлыҡтарҙа, ер аҫты һыуҙары сыҡҡан урындарҙа үҫә. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019