Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЧЁТЧИКТАР

Просмотров: 471

СЧЁТЧИКТАР, һ а н а ғ ы с т а р, шыйыҡлыҡ, газ, электр һәм йылылыҡ энергияһы сығымдарын (тотоноуҙы) үлсәү приборҙары. С. тип ш. уҡ төрлө өлөшсәләрҙе теркәү, скважиналарға ҡорамалдар төшөрөү тәрәнлеген һәм тиҙлеген һ.б. үлсәү ҡулайламаларын атайҙар. Шыйыҡлыҡ (һыу, нефть, шыйыҡландырылған газ һ.б.) сығымдары С. – көнкүреш һәм сәнәғәт С., тура һәм ситләтелгән үлсәү С., үлсәү камераларының стеналары күсеп йөрөмәгән һәм күсеп йөрөгән, ҡалаҡлы һәм турбиналы С.; газ С. – көнкүреш, коммуналь, сәнәғәт С.; мембраналы, ротациялы һәм турбиналы; электр С. – актив һәм (йәки) реактив энергия С.; көнкүреш һәм сәнәғәт; электронлы, индукцион; бер һәм өс фазалы; йылылыҡ энергияһы С. – көнкүреш һәм сәнәғәт; тәрәнлек һәм тиҙлек С. дистанцион һәм автономиялы, механик һәм электронлы булғандарға бүленә. 1992 й. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә – СЭЛЭН‑11 электр энергияһы С., РФ‑та тәүгеләрҙән булып тарифтары автономиялы рәүештә күсерелә торған ике тарифлы СЭЛЭН‑12 һәм СЭЛЭН‑32 С.; 1993–2009 йй. электр энергияһының 90‑дан ашыу төрҙәге статистик С., ш. иҫ. көнкүреш (СЭБ‑1, СЭБ‑11, СЭБ‑12, СЭБМ‑11.1, СЭБМ‑12, СЭБМ‑11D һ.б.) һәм сәнәғәт (ПСЧМ‑3, ПСЧМ‑32, ПСЧМ‑4 һ.б.) тәғәйенләнешендәге С., уйлап сығарылған һәм производствоға индерелгән; 1995 й. үлсәү механизмы пластмассанан эшләнгән (РФ‑та тәүге тапҡыр) һыуыҡ (СХВК‑15 “Ағиҙел”) һәм эҫе (СГВК‑15 “Ағиҙел”) һыу өсөн фатир С. уйлап табылған һәм “Энергометрия” ЯСЙ (Өфө) м‑н берлектә, компьютерлаштырылған ҡорамалдар ҡулланып, уларҙы сериялы етештереү үҙләштерелгән; 2004 й. – һыуыҡ һәм эҫе һыу өсөн универсаль СВК‑15 “Ағиҙел” С., 2006 й. импульстар биреүсе СВК‑15И‑1, СВК‑15И‑0,1 һәм СВК‑15И‑0,01 фатир С. (һыу тотоноуҙы иҫәпкә алыуҙың автоматлаштырылған системаларында файҙаланыла) сығарылған. Һыу С. 2009 й. тиклем сығарылған. 1995 й. “ГЕОТЕХ” ЯСЙ‑нда (Нефтекама ҡ.) автоном приборҙар өсөн тәүге электронлы тәрәнлек С. уйлап табылған. 2001 й. “БашНИПИнефт”тә автоном манометр‑термометрҙар (“Башнефть” АНК пр‑тиеларында ҡулланыла) өсөн СГЭ‑1 электронлы тәрәнлек С. эшләнә һәм 2004 й. алып “Геоприбор” ЯСЙ‑нда (Өфө) сығарыла. 2000 йй. алып “Монтаж Автоматика Сервис” ҒПП‑нда (Нефтекама) СВГ.ТМ газ С. (эйәрсен нефть газын иҫәпләү өсөн, ш. иҫ. факеллы линияларҙа), СВУ.Т шыйыҡлыҡ С. (нефть, шыйыҡландырылған газ һәм ҡатламдарға өрҙөрөп тултырыла торған һыу өсөн), СВП.ТМ пар С., ИМ2300Т йылылыҡ С. сығарыла.

Ю.А.Дудин, Н.В.Маяцкий, А.Д.Учителев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019