Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАЛ, мейес

Просмотров: 436

СЫУАЛ, тура мөрйәле, алды асыҡ мейес. Торлаҡ эсендә С., ғәҙәттә, ишек алдында урынлашҡан, стенаға терәлмәгән, традицион интерьер элементтарының береһе булған. Төп материал булып балсыҡ, ағас, ҡатламлы таш, һуңыраҡ кирбес хеҙмәт иткән. С. эшләр өсөн иҙәндә балсыҡтан ҡалҡыу көлдөксә әҙерләгәндәр, уның өҫтөнә тал сыбығы, йүкә м‑н уратылған һәм балсыҡ һыланған вертикаль һайғауҙарҙан нигеҙ төҙөгәндәр. С. өҫкә ҡарай тарайған башы торба м‑н тоташҡан. Аш‑һыу әҙерләр өсөн уға йәнәш ҡаҙаны ҡуша һыланған усаҡ һәм икмәк бешерер өсөн мөрйәгә тоташҡан бәләкәй мейес төҙөгәндәр. С. Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ‑көнсығыш, таулы‑урманлы, үҙәк райондарында таралған була. Бындай мейестәр Себерҙә йәшәгән күп халыҡтарҙа осраған.

Әҙәб.: Н и к о н о р о в а Е.Е. Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. Уфа, 2006.

Л.Д.Хәлисова, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019