Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАШСТАН

Просмотров: 416

СЫУАШСТАН, С ы у а ш Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йй. (Волга й. ҡушылдыҡтары) араһында урынлашҡан. Марий Эл, Мордовия, Татарстан респ., Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза һәм Ульяновск өлк. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы – Чебоксар. Иң юғары вазифалы кеше – Башлыҡ. 1920 й. Сыуаш авт. өлк. булараҡ барлыҡҡа килә, 1925 й. алып Сыуаш АССР‑ы (1929–36 йй. Горький крайы составында), 1990 й. – Сыуаш ССР‑ы, 1992 й. – Сыуаш Республикаһы. 21 район, 9 ҡала, 3 ҡала эсендәге р‑нды үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны – 18,3 мең км2. Халҡы – 1251,6 мең кеше, ш. иҫ. 0,29 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы – 68,2 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе – 2 мең кеше. Халыҡтың 58,8%‑ы ҡалала йәшәй; ҙур ҡалалары – Чебоксар, Яңы Чебоксар, Канаш, Алатырь, Шумерля. Иҡт. әүҙем халҡы – 912 мең кеше. Миграция б‑са кәмеүе – 0,8 мең кеше. Милли составы (%): сыуаштар – 67,7, урыҫтар – 26,9, татарҙар – 2,8 һ.б. Дәүләт теле – сыуаш теле, урыҫ теле. С. терр‑яһы Волга буйы Болғары, Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Ҡазан губернаһы һәм Себер губернаһы, 1780 й. алып Вятка наместниклығы, Вятка губернаһы составына ингән. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһенең бер өлөшө иҫәпләнә. БР һәм С. араһында – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек (1991, 1994), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм С. Министрҙар кабинеты араһында – сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек (1994), сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (2004) т‑да килешеүҙәр, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм С. Дәүләт советы араһында – Закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек (2007), БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы һәм С. Матбуғат һәм мәғлүмәт дәүләт ком‑ты араһында (1995, 2001), БР Йәштәр эштәре б‑са дәүләт ком‑ты һәм С. Йәштәр эштәре б‑са ком‑т араһында хеҙмәттәшлек (1995) т‑да килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. С. делегаттары Бөтә донъя башҡорттарының 1–4‑се ҡоролтайҙарында [ҡара: Башҡорттарҙың бөтә донъя ҡоролтайы (конгресы)] ҡатнаша. БР Фәндәр академияһы һәм С. Фән һәм сәнғәт милли акад. ғалимдары уртаҡ тикшеренеүҙәр алып бара. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты эшләгән пестицидтар алыу технологиялары “Вурнар ҡатнаш препараттар заводы” ААЙ‑нда (Сыуаш Респ. Вурнар ҡасабаһы) индерелгән. Сыуаштар канашы (съезы) йәмәғәт ойошмаһы эшләй. С. БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре (1975, 2001), БАССР (1981) һәм БР (2013) мәҙәниәте көндәре үткәрелә; БР дәүләт делегациялары Сыуаш Респ. көндәрендә (2002, 2003), Сыуаш милли конгресының 1–8‑се съездарында (1992– 2013; бөтәһе лә – Чебоксар) ҡатнаша. Башҡ. мәҙәниәте үҙәге (Чебоксар, 2002 й. алып) эшләй. С. театрҙары сәхнәләрендә И.Ә.Абдуллин, Ф.М.Бүләков, М.Кәрим һ.б. әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуйыла. Сыуаш яҙыусылары әҫәрҙәре – башҡорт теленә, башҡ. яҙыусыларыныҡы сыуаш теленә (ҡара: Сыуаш әҙәбиәте) тәржемә ителә. Сыуаш теле һәм әҙәбиәте б‑са кадрҙар әҙерләү СДПА‑ла, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡҡ. пед. колледждарында алып барыла. Стәрлетамаҡта И.Н.Ульянов ис. Сыуаш ун‑ты вәкиллеге эшләй (2006 й. алып). С. тыуып үҫкән В.Енеш, Я.В.Зайцев, Г.И.Комиссаров, И.В.Максимов, И.С.Огаринов, Г.Т.Прокопьев, Л.А.Пучков һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019