Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

CЫУАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 438

CЫУАШ‑ҠАРАМАЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Сыуаш‑Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1328 кеше; 1920 – 1515; 1939 – 1509; 1959 – 1400; 1989 – 850; 2002 – 897; 2010 – 854 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар. Ауылға 1740 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Сембер өйәҙенең Федькино а. суҡындырылмаған сыуаштары Ҡуғанаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1760 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан губернаһының Свияжск, Чебоксар һәм Цивильский өйәҙҙәренән сыуаштарҙың яңы төркөмдәре килеп урынлаша. 18 б. аҙ. алып Ҡарамалы булараҡ иҫәпкә алына. 1795 й. 254 кеше булған, 1865 й. Сыуаш‑Ҡарамалыла 122 йортта – 761 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. В.В.Николаев ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019