Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘМИЕВ Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы

Просмотров: 404

РӘМИЕВМөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы [23.11.1859, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Ергән а. (БРҙың Мәләүез рны) — 9.10.1921, Орск ҡ.], шағир, Ырымбур губернаһының 1се Дәүләт думаһы депутаты (1906), алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән. Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаған, уҡыуын Истанбулда дауам иткән (1880—81). Ағаһы Мөхәмәтшакир мн бергәВаҡыт” гәз., “Шура” ж. нәшер итә, “Ваҡыт” типографияһын аса. Халыҡ азатлығы партияһының Ырымбур бюроһы ағзаһы, Рәсәй мосолмандарының 2се съезы делегаты (С.Петербург, 1906 й. ғин.), Ырымбур мосолман халыҡ партияһын ойоштороусыларҙың береһе (1906 й. март— нояб.). Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына инә. 2се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. июль—авг.), татар теленең шрифы һәм орфографияһы бса 1се Бөтә Рәсәй конф. (1919 й. ғин.; икеһе ләҠазан) делегаты. Алтын приискыларының хужаһы була (ҡара: Рәмиевтәрҙең алтын приискылары). Хәйриә мн шөғөләнә: Мосолмандарҙың хәйриә йәмғиәте идараһы ағзаһы, Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәте рәйесе була, үҙ аҡсаһына мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөй, уларҙы китаптар, дәреслектәр мн тәьмин итәһ.б., балалыҡ йылдарын үткәргән Ырымбур губ. Орск өйәҙенең Юлыҡ а. (Баймаҡ рны) китапхана аса. Тәүге әҫәрҙәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында баҫтырыла башлай. Дәрдмәнд (фарс. — бойоҡ) псевдонимы аҫтында нәшер ителә. 20 б. башы татар әҙәбиәте романтик йүнәлешенең сағыу вәкиле. Шағир ижадына юғары гуманизм һәм халыҡсанлыҡ хас. Р. лирикаһында минор кәйеф, бойоҡ уйсанлыҡөҫтөнлөк итә: “Карап” шиғыры (1908; татар телендә) һ.б. Шиғырҙарында лирик герой уратып алған тәбиғәт матурлығын, тирәяҡтағы ваҡиғаларҙы һиҙгер тойған, ил яҙмышы һәм үҙенең яҙмышы, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт тда уйланған нескә тойғоло, һиҙгер күңелле кеше булараҡ күҙ алдына баҫа (“Шағирға”, “Өмөттәр”, “Ил шатлана”, “Мөхәббәт тураһында легенда”, “Кисер мине, һөйгәнем” һ.б.). Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренә лә лирикфәлс. кәйеф хас (“Бишек йыры”, “Бала”, “Балалар өсөн бәләкәй хикәйәләр” һ.б.). Көньяҡ Уралдың матурлығын шағир пейзаж лирикаһында данлай (“Яҙ”, “Ямғыр”, “Ерҙе туйындырып”, “Ҡояш алтын нурҙарына ҡойондо”; бөтәһе лә — татар телендә). Р. шиғриәте татар һәм башҡ. әҙәбиәттәре үҫешенә йоғонто яһай. Р. исеме мн Баймаҡҡ. урам аталған.

Әҫә р ҙ.: Балалар өчен вак хикәяләр. Оренбург, 1910; Дәрдмәнд әсәрләре. Казан, 1928; Агарган кыл: шигырьләр. Казан, 1999.

М.С.Шәрипов, Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

РӘМИЕВМөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы [23.11.1859, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Ергән а. (БРҙың Мәләүез рны) — 9.10.1921, Орск ҡ.], шағир, Ырымбур губернаһының 1се Дәүләт думаһы депутаты (1906), алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән. Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаған, уҡыуын Истанбулда дауам иткән (1880—81). Ағаһы Мөхәмәтшакир мн бергәВаҡыт” гәз., “Шура” ж. нәшер итә, “Ваҡыт” типографияһын аса. Халыҡ азатлығы партияһының Ырымбур бюроһы ағзаһы, Рәсәй мосолмандарының 2се съезы делегаты (С.Петербург, 1906 й. ғин.), Ырымбур мосолман халыҡ партияһын ойоштороусыларҙың береһе (1906 й. март— нояб.). Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына инә. 2се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. июль—авг.), татар теленең шрифы һәм орфографияһы бса 1се Бөтә Рәсәй конф. (1919 й. ғин.; икеһе ләҠазан) делегаты. Алтын приискыларының хужаһы була (ҡара: Рәмиевтәрҙең алтын приискылары). Хәйриә мн шөғөләнә: Мосолмандарҙың хәйриә йәмғиәте идараһы ағзаһы, Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәте рәйесе була, үҙ аҡсаһына мәсеттәр, мәҙрәсәләр төҙөй, уларҙы китаптар, дәреслектәр мн тәьмин итәһ.б., балалыҡ йылдарын үткәргән Ырымбур губ. Орск өйәҙенең Юлыҡ а. (Баймаҡ рны) китапхана аса. Тәүге әҫәрҙәре 19 б. аҙ. — 20 б. башында баҫтырыла башлай. Дәрдмәнд (фарс. — бойоҡ) псевдонимы аҫтында нәшер ителә. 20 б. башы татар әҙәбиәте романтик йүнәлешенең сағыу вәкиле. Шағир ижадына юғары гуманизм һәм халыҡсанлыҡ хас. Р. лирикаһында минор кәйеф, бойоҡ уйсанлыҡөҫтөнлөк итә: “Карап” шиғыры (1908; татар телендә) һ.б. Шиғырҙарында лирик герой уратып алған тәбиғәт матурлығын, тирәяҡтағы ваҡиғаларҙы һиҙгер тойған, ил яҙмышы һәм үҙенең яҙмышы, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт тда уйланған нескә тойғоло, һиҙгер күңелле кеше булараҡ күҙ алдына баҫа (“Шағирға”, “Өмөттәр”, “Ил шатлана”, “Мөхәббәт тураһында легенда”, “Кисер мине, һөйгәнем” һ.б.). Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренә лә лирикфәлс. кәйеф хас (“Бишек йыры”, “Бала”, “Балалар өсөн бәләкәй хикәйәләр” һ.б.). Көньяҡ Уралдың матурлығын шағир пейзаж лирикаһында данлай (“Яҙ”, “Ямғыр”, “Ерҙе туйындырып”, “Ҡояш алтын нурҙарына ҡойондо”; бөтәһе лә — татар телендә). Р. шиғриәте татар һәм башҡ. әҙәбиәттәре үҫешенә йоғонто яһай. Р. исеме мн Баймаҡҡ. урам аталған. Әҫә р ҙ.: Балалар өчен вак хикәяләр. Оренбург, 1910; Дәрдмәнд әсәрләре. Казан, 1928; Агарган кыл: шигырьләр. Казан, 1999. М.С.Шәрипов, Л.Ә.Ямаева Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019