Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘСМИ ТЕЛДӘР

Просмотров: 437

РӘСМИ ТЕЛДӘР, Б а ш ҡ о р т о с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы н ы ң  р ә с м и  т е л д ә р е, рәсми эш башҡарғанда, суд эштәрендә, дәүләт властары органдары һәм урындағы үҙидара эштәрендә, БР‑ҙың норматив‑хоҡуҡи акттарын баҫтырып сығарғанда, һайлауҙарға, референдумдарға әҙерләнгәндә һәм үткәргәндә, иҡтисад сфераһында, геогр. объекттарҙың исемдәрен яҙғанда һәм юл, башҡа күрһәткестәрҙе биҙәгәндә һ.б. файҙаланылған телдәр. Р.т. (облигаторлыҡ м‑н характерланған дәүләт теленән айырмалы рәүештә) ҡулланылышта факультатив булып торалар. 1922 й. 21 сент. БАССР‑ҙың ХКС‑ы башҡорт телен респ. учреждениеларының эшенә индереү т‑да инструкция ҡабул итә; һуңынан БАССР Конституцияларында урыҫ теле м‑н бер рәттән башҡ. теленә Р.т. статусы бирелә. 1999 й. 15 февр. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары теле тураһында” законына ярашлы, аралашыуҙың рәсми сфераһында һөйләшеүселәр тупланып йәшәгән терр‑яларҙа Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәре лә ҡулланылырға мөмкин, был телдәрҙе ҡулланыу тәртибе РФ һәм БР ҡануниәте м‑н билдәләнә. Шулай уҡ ҡара: Телдәрҙең ҡулланылыу шарттары, Тел өлкәһендәге сәйәсәт.

Әҙәб.: А ю п о в а Л.Л. Языковая ситуация: социолингвистический аспект. Уфа, 2000; О реализации закона Республики Башкортостан “О языках народов Республики Башкортостан”. Уфа, 2003.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019