Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 865

САБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Уръяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1239 кеше; 1920 — 1351; 1939 — 993; 1959 — 512; 1989 — 318; 2002 — 265; 2010 — 216 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 1672 й. Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Иҫке Сабай, Субай, Субай‑Көрйәҙе исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 100 йортта 635 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. Ф.Ә.Ҡолбарисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019