Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАНАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 674

САБАНАЙ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 533 кеше; 1920 — 662; 1939 — 582; 1959 — 355; 1989 — 230; 2002 — 207; 2010 — 188 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1714 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр төпләнгән). Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 30 йортта 195 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 367 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019