Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САВЕЛЬЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 409

САВЕЛЬЕВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта Киҙәташ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 286 кеше; 1917 — 508; 1939 — 349; 1959 — 210; 1989 — 233; 2002 — 247; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 70‑се йй. аҙ. керҙәшлек килешеүе б‑са Орск өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡамышлы (Савельевский) утары булараҡ күскенселәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Савелий Барсуков исеме м‑н аталған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019