Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛТЫКОВ-ЩЕДРИН (Салтыков) Михаил Евграфович

Просмотров: 620

САЛТЫКОВЩЕДРИН (Салтыков) Михаил Евграфович (15.1.1826, Тверь губ. Спас‑Угол а. — 28.4.1889, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Н.Щедрин псевдонимы аҫтында баҫыла. Ижадында урыҫ тәнҡитле реализмының сатирик йүнәлешен үҫтерә. С.‑Щ. поэтикаһы үҙенсәлектәренә эзоп теле, гротеск сәнғәте, типиклаштырыу сараһы булараҡ интеграцияланған йәки йыйылма образдар хас була. “Губерна очерктары” (“Губернские очерки”; 1856—57), “Әкиәттәр” (“Сказки”; 1882—86), “Пошехон иҫкелектәре” (“Пошехонская старина”; 1887— 89) китаптарында автор самодержавие‑крепостнойлыҡ ҡоролошон тәнҡитләй, “Бер ҡаланың тарихы”нда (“История одного города”; 1869—70) Рәсәй ҡала властары вәкилдәренең гротесклы‑сатирик образдары галереяһын ижад итә. “Головлёв әфәнделәр” (“Господа Головлёвы”; 1875—80) романының һүрәтләү үҙәгендә — Иудушка (Порфирий Головлёв) образы — ҡулында кеше яҙмыштары м‑н идара итеү мөмкинлеге булған кеше‑йыртҡыс; поместье дворянлығының тарҡалыуын һүрәтләү. “Петербургтағы провинциалдың көндәлеге” (“Дневник провинциала в Петербурге”; 1872) әҫәрендә, “Сит илдә” (“За рубежом”; 1880—81), “Сыбар хаттар” (“Пёстрые письма”; 1884— 86) очерк китаптарында башҡорттарҙың яҙмышы, Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтарын талау күрһәтелгән. Әҫәрҙәрен А.Карнай һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хикәйәләр. Өфө, 1937; Ҡырағай помещик: әкиәттәр. Өфө, 1953.

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019