Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САМРАУ, мифологик образы, персонажы

Просмотров: 544

САМРАУ, сәмреғош, башҡ. фольклорының мифологик образы, персонажы. Иран мифологияһындағы Симург ҡошҡа барып тоташа. “Урал батыр” эпосында С. – антропоморф йән эйәһе, күк һәм ҡоштар тәңреһе. Ҡояш м‑н Ай – уның ҡатындары, Һомай һәм Айһылыу – ҡыҙҙары. С. батшалығында кешеләр ҡайғыны, эс бошоуҙы белмәй, ит ашамай, ҡан эсмәй, бүре м-н һарыҡ, төлкө м-н тауыҡ дуҫ йәшәй. Тылсымлы әкиәттәрҙә (“Ҡамыр батыр менән убырлы ҡарсыҡ”, “Айыуғолаҡ”, “Аҡъял батыр” һ.б.) сәмреғош ер аҫтында йәшәгән гигант ҡош булараҡ бирелә. Ул, балаларын йыландан ҡотҡарған өсөн, бәләгә тарыған батырҙы рәхмәтен белдереп ер аҫтынан өҫкә алып сыға. Ҡанатын елпеп яраны дауалай ала. С. персонажы башҡа төрки халыҡтар фольклорында ла бик популяр.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998; Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 2005.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019