Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРКОДЛЫЛАР

Просмотров: 390

САРКОДЛЫЛАР (Sarcodina), саркомастигофорҙар тибының иң ябайҙар ярым тибы. 3 класы (тамыраяҡтар, нурҙар, ҡояштар), яҡынса 10 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар. Бер күҙәнәкле организмдар. Тән формаһы үҙгәреүсән, мембрана м‑н ҡапланған, күп төрҙәренең ҡабырсағы йәки эске һөлдәһе бар. Хәрәкәт итеү һәм аҙыҡты эләктереү ағзалары булып айырса (лобоподиялар йәки ризоподиялар), ептәр (филоподиялар), нурҙар (аскоподиялар) йәки анастомоз яһаған селтәр (ретикулоподиялар) рәүешле псевдоподиялар хеҙмәт итә. Ядроһы берәү йәки бер нисә, осморегуляцияһы ҡыҫҡарыусы вакуоль ярҙамында башҡарыла. Үрсеүе енесһеҙ (икегә йәки күп өлөштәргә бүленеү) һәм енси (ҡамсылылар йәки амёба гаметаларының ҡушылыуы). Уңайһыҙ шарттарҙа ҡайһы бер С. (мәҫ., амёбалар) цисталар барлыҡҡа килтерә. Бактериялар, ылымыҡтар, иң ябайҙар,күп күҙәнәкле ваҡ хайуандар, паразит төрҙәре — хужаһының күҙәнәктәре һәм туҡымалары м‑н туҡлана. Тупраҡта, һыу ятҡылыҡтарында (йышыраҡ үлән баҫҡан, һыуы аҡмаған күлдәрҙә), торф һаҙлыҡтарында киң таралған. С. күбеһе кеше һәм хайуандарҙың паразиттары булып тора. Биол. таҙартыу ҡоролмаларында әүҙем ләм составына инә.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019