Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМИРЕЧЬЕ, Күгәрсен р‑нындағы утар

Просмотров: 374

СЕМИРЕЧЬЕ, Д ә ү л ә т ҡ о л, Күгәрсен р‑нындағы утар, Күгәрсен а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 285 кеше; 1920 — 392; 1939 — 332; 1959 — 191; 1989 — 108; 2002 — 107; 2010 — 90 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Күгәрсен урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Утарға 19 б. 2‑се ярт. Ырымбур өйәҙендә сыуаштар Дәүләтҡол утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 35 йортта 243 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. алып 2‑се Дәүләтҡол булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019