Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕҢЛӘҮ

Просмотров: 471

СЕҢЛӘҮ, башҡ. йола фольклоры жанры, кейәү йортона оҙатыр алдынан ҡыҙҙың хушлашыу йыры (ҡара: Туй йолалары). Илау магияһы м‑н бәйле мосолман диненә тиклемге ҡараштарға барып тоташа: илау йолаһы ваҡытлыса үлемде, ҡыҙҙың үҙ ырыуынан башҡа ырыуға күсеүен аңлата. С. көйө пентатоникаға нигеҙләнгән, речитатив м‑н башҡарыла. Функциональ йүнәлеше, поэтик йөкмәткеһе, эмоциональ биҙәгенең үҙенсәлеге б‑са С.‑уйланыу, С.‑мөрәжәғәт, С.‑әрләү була. С.‑уйланыу ҡатын‑ҡыҙ яҙмышына, ҡыҙҙың ҡалдырып киткән тыуған иленә, тәбиғәтенә һәм кешеләренә, уның тәңрегә ялбарыуҙарына, үтенестәренә арналған: “Етегән тигән ете йондоҙ, /Өлкәрҙәрен ташлап китә алмай. /Ҡыҙ балаҡай ниңә илай тиһәң, /Йорт‑илкәйен ташлап китә алмай.”. Ҡыҙ яҡындарына үпкәләрен әйткән С.‑мөрәжәғәт нигеҙендә халыҡ театры формалары, әйтеш ята: “Уҡа ғына төйҙөм төйөнгә, /Атаҡайым, һинең өйөңдә. /Зар илатып мине биргән өсөн /Күрерһеңме икән гүреңдә?”. Үҙенең һәм буласаҡ туғандарына мөрәжәғәт иткән С.‑әрләүҙәр яман көстәрҙе ҡурҡытҡан тәүтормоштағы әшәке һүҙҙәр магияһына барып тоташа. Уларҙа кейәү йыш ҡына карикатур рәүештә һүрәтләнә: “Кейәү ҙә кейәү тинегеҙ, /Кейәүгенәгеҙ шулмы ни? /Аяғы салғы һабындай, /Ауыҙы ҡаҙан ҡабындай.”. С. хореографик компоненты үҙенсәлекле: башта ҡыҙҙы уртаға ҡуйып, түңәрәккә баҫалар, шунан ул әхирәттәренең һәр береһе м‑н өйөрөлә, һуңынан ҡатындар уларҙы шаршау йәки суҡлы шәл м‑н ҡаплай, ҡапланғас та сеңләү, илау, зарланыу дауам итә. Барлыҡҡа килеүе һәм функциональ йүнәлеше б‑са С. һыҡтау жанрына яҡын тора. Күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; С у л т а н г а р е е в а Р.А.Башкирский свадебно-обрядовый фольклор. Уфа, 1994.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019