Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГЕЕВКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 521

СЕРГЕЕВКА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Бүздәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 637 кеше; 1920 — 693; 1939 — 590; 1959 — 457; 1989 — 596; 2002 — 678; 2010 — 702 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы (Бүздәк 2‑се урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1891 й. Бәләбәй өйәҙендә Курск губ. күскенсе крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Сергеевка исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. земство мәктәбе, һыу тирмәне, мөгәзәй иҫәпкә алынған. В.Е.Пятков ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019