Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРМӘН, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 432

СЕРМӘН, Белорет р‑нындағы ауыл, Сермән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 23 км һәм Сермән т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 973 кеше; 1920 — 1425; 1939 — 1425; 1959 — 1590; 1989 — 1863; 2002 — 1888; 2010 — 2018 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Сермән урта мәктәбе, Сермән балалар йорто, балалар музыка мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Хәтирә” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, З.Ғ.Исмәғилев музейы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таһир исеме м‑н нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Шулай уҡ Аҡкөсөк (улус старшинаһы Аҡкөсөк Таһиров исеменән), Көсөк исемдәре м‑н билдәле булған. 18 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 62 йортта 405 кеше йәшәгән, 1866 й. 153 йортта — 839 кеше. Малс‑ҡ, урман кәсептәре, игенселек, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәктәп, 2 һыу тирмәне теркәлгән. С. 6‑сы башҡ. кантонының үҙәге булған (1855 й. ҡарата). 1930— 50 йй. Үрге Сермән, Урта Сермән, Түб. Сермән аа. булараҡ иҫәпкә алынған, улар һуңынан Түб. Сермән исеме м‑н бергә теркәлә. 1981 й. хәҙ. исемен йөрөтә. И.Х.Абыҙбаев, Ш.М.Дауытов, Исмәғилев, А.Ә.Мулдашев, Э.Р.Мулдашев, М.С.Муллағәләмов, М.У.Түлебаев, М.Х.Харрасов, З.Ф.Хисмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019