Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒӘҘИЕВ Һиҙиәт Сибәғәт улы

Просмотров: 356

СӘҒӘҘИЕВ Һиҙиәт Сибәғәт улы [1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Тирмәнйылға а., хәҙ. Ишембай ҡ. эсендә, – 9.10.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен (1911, Ҡазан), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты (1919, Мәскәү), Ҡазан ун‑тының край юридик курстарын (1924), Юғары юридик курстарҙы (1927, Мәскәү) тамамлаған. 1912–17 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ергән а. уҡытыусы, 1917 й. алып Юрматы кантоны округының шура ағзаһы, 1919 й. февр. – Стәрлетамаҡ өйәҙ ком‑ты секретары, окт. – Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге мөдире, 1920 й. мартынан Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының хәрби комиссары. 1920 й. нояб. башлап АСБР‑ҙың Мәғариф ХК коллегияһы ағзаһы, 1921 й. июленән РКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире, дек. – АСБР‑ҙың мәғариф халыҡ комиссары, 1923 й. ғин. – Башҡортостандың баш суды ағзаһы, 1926 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1929 й. — һөнәрселек сәнәғәтенең Башҡ‑н респ. союзы инструкторы. 1930 й. алып Тоҡмаҡ эшселәр ф‑ты (Ҡырғыҙ ССР‑ы) директоры. 1936 й. июнендә ҡулға алына, 1937 й. азат ителеп, вазифаһына ҡайтарыла. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Әҙәб.: Т а г и р о в Т. Суровая проза жизни. Уфа, 2004.

Т.Ғ.Сәғәҙиев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019