Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒҘИ (Сәғҙиев) Ғабдрахман Ғәйнан улы

Просмотров: 305

СӘҒҘИ (Сәғҙиев) Ғабдрахман Ғәйнан улы [27.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 26.3.) 1889; Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) – 6.11.1956, Сәмәрҡәнд ҡ.], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1950), проф. (1946). Һ.Сәғҙиҙең ҡустыһы. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен (1906), Истанбул ун‑тын (1911) тамамлаған. 1906–07 йй. һәм 1911 й. алып мәғариф системаһында эшләгән: 1917– 21 йй. Бөгөлмә татар‑башҡ. семинарияһы мөдире, 1925–30 йй. Татарстандың төрлө вуздарында, 1921–25 йй. һәм 1926–56 йй. Үзбәкстанда уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге татар һәм үзбәк әҙәбиәттәренең теорияһына һәм тарихына, Науаи ижадына бәйле, байтаҡ эштәре тел ғилеме, пед. проблемаларына арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Әҙәбиәт алымдары” (1912), “Кешелек донъяһында тел, әҙәбиәт һәм яҙыу һәм уларҙың тарихи үҫеше” (1926), “Символизм тураһында” (1932; бөтәһе лә – татар телендә) китаптары авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1946). Әҙәб.: Габдрахман Сәгъди: фәнни‑биографик җыентык. Казан, 2008.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019