Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВ Мөхтәр Мофаззал улы

Просмотров: 336

СӘҒИТОВ Мөхтәр Мофаззал улы [27.8.1933, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Яңы Монасип а.) – 20.6.1986, Измир ҡ., Төркиә, Өфөлә ерләнгән], фольклорсы. Филол. ф. канд. (1965). З.М.Ғафурованың ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1960). 1964 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй (1970 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). 1972 й., 1984 й. Башҡ‑н буйлап фольклор‑этнографик экспедициялар етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. эпостары проблемаларына, башҡ. фольклорының башҡа жанрҙарын (бәйет, мөнәжәт һ.б.) тикшереүгә бәйле. “Урал батыр”, “Аҡбуҙат“, “Бабсаҡ менән Күсәк” һ.б. эпостарҙы фәнни яҡтан нәшер итә. “Боронғо башҡорт ҡобайырҙары” (1987) монографияһында башҡ. эпосының эволюцияһы, уның тарихи һәм мифологик нигеҙҙәре ҡарала. С. “Башҡорт халыҡ ижады” (башҡ. телендә), “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә), “Башҡорт халыҡ эпосы” (“Башкирский народный эпос”, 1977; “СССР халыҡтары эпосы” серияһы) йыйынтыҡтарының фәнни аппараты авторҙарының береһе. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Хикәйәләре һәм юлъяҙмалары “Ғүмерлеккә ҡалған яра” (1993) йыйынтығына ингән. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987). Яңы Монасипта һәм Иҫке Собханғолда уның исеме м‑н урамдар аталған, Иҫке Собханғолда Сәғитов М. музейы эшләй, бюст ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре. Өфө, 2009.

Әҙәб.: Ш ә к ү р Р. Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019