Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВ Сәйфулла Төхфәтулла улы

Просмотров: 950

СӘҒИТОВ Сәйфулла Төхфәтулла улы [1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Оло Үтәш а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 1957, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. 1907–10 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙҙең Һарт‑Наурыҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәҙрәсәһендә уҡыған, һуңынан тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләгән. 1914 й. ҡаты ауырыу сәбәпле күреү һәләтен юғалта. Ике мулланы хәйләләп еңгән наҙан крәҫтиән т‑дағы “Өс аусы” әкиәте, инсафлыҡ һәм тәкәбберлек т‑дағы “Суйын сүлмәк менән балсыҡ сүлмәк” мәҫәле, “Совет баҡсаһы”, “Колхоз” шиғырҙары авторы, улар “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. С. әҫәрҙәре Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Г а л и н С.Ә. Сәйфулла сәсән //Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2004.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019