СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ғәлей Ғәлей улы
СӘЙЕТБАТТАЛОВ Ғәлей Ғәлей улы [17.12.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәйетҡол а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) – 31.7.2010, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), филол. ф. д‑ры (1969), проф. (1971). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1953 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1957–63 йй. тарих‑филол. ф‑ты деканы урынбаҫары, 1974–77 йй. башҡ. теле каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. теленең синтаксисына, стилистикаһына, пунктуацияһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр, авторы. Ж.Ғ.Кейекбаев ис. пр. лауреаты (1995). Күгәрсен р‑ны Ҡортйылға утарындағы урамға С. исеме бирелгән.
Х е ҙ м.: Башҡорт теле: 6 томда. Өфө, 1999–2010; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981 (авторҙ.).
Р.З.Шәкүров
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов