Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТҠОЛ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 319

СӘЙЕТҠОЛ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ишҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 124 км алыҫлыҡта Һарыяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 365 кеше; 1920 – 439; 1939 – 419; 1959 – 384; 1989 – 241; 2002 – 218; 2010 – 218 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишҡар урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 й. алып билдәле. 1816 й. тиклем бында керҙәш башҡорттар килеп урынлаша. 1795 й. 9 йортта 65 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта – 188 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019