Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТҠОЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 358

СӘЙЕТҠОЛ, Ә б с ә л ә м, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Яңы Петровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 337 кеше; 1920 – 348; 1939 – 431; 1959 – 449; 1989 – 209; 2002 – 236; 2010 – 193 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Сәйетҡол төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Сәйетҡол Ҡыҙылбаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 136 кеше йәшәгән, 1866 й. 79 йортта – 298 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. С. улус идараһы урынлашҡан, мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ урыҫ‑башҡорт училищеһы теркәлгән. С. 2‑се башҡ. кантоны үҙәге булған (1855 й. ҡарата). Л.Ш.Камалова, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Шәмиғол хәлфә ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019