Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТ‑КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 353

СӘЙЕТ‑КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 108 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 709 кеше; 1920 – 883; 1939 – 708; 1959 – 150; 1989 – 314; 2002 – 208; 2010 – 137 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ғәббәс‑Көрйә, Көрйә‑Сәйет исемдәре м‑н теркәлгән. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр йәшәгән. 1795 й. 32 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта – 443 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, тоҡ тегеү, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. кәсептәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ күрһәтелгән. М.Сәлим ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019